+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2021, 17:53

“Һәр кем үҙ өлөшөн индерһә, тыуған еребеҙ сәскә атыр”

Яңауыл ҡалаһында “Башҡортостандың төнъяҡ ҡапҡаһы” уңайлы ҡала мөхите булдырыу проектын бойомға ашырыу буйынса эшҡыуарҙар менән осрашыу үтте. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Яңауыл ҡалаһында “Башҡортостандың төнъяҡ ҡапҡаһы” уңайлы ҡала мөхите булдырыу проектын бойомға ашырыу буйынса эшҡыуарҙар менән осрашыу үтте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыусылар Ленин, Еңеү урамдары буйынса урынлашҡан сауҙа-сервис объекттарының алғы йөҙөн ремонтлау мәсьәләләрен ҡараны. Архитектор Ирина Тажетдинова был урында алтаҡталарҙы, ишек алдарын, мәғлүмәт таблоларын бер төрлө итеп эшләү тәҡдимен индерҙе.
“Һәр граждан үҙ өлөшөн индерһә генә районыбыҙ, Яңауыл ҡалаһы сәскә атыр, матурланыр, үҫешер”, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов.
Сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолдо.
Фото – Яңауыл районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: