-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2021, 11:10

Күп балалы ғаиләләр фестивалгә йыйыла

Башҡортостан Ата-әсәләре һәм педагогтары ассоциацияһы “Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте” тигән проект менән 2020 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары конкурсында еңеп сыҡҡайны.

Башҡортостан Ата-әсәләре һәм педагогтары ассоциацияһы “Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте” тигән проект менән 2020 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары конкурсында еңеп сыҡҡайны.
Проект сиктәрендә Ассоциация күп балалы ғаиләләр өсөн байтаҡ саралар үткәрҙе. Мәҫәлән, “Ғаилә – кадрҙа” тигән конкурста республиканың 38 ҡалаһынан һәм районынан 104 ғаилә үҙҙәренең кәсептәре: умартасылыҡ, ҡымыҙсылыҡ, фуд-флористика һәм башҡа шөғөлдәре тураһында видеороликтар тәҡдим итте. Конкурс еңеүселәре Ватолиндар (Өфө ҡалаһы) һәм Солтановтар (Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы) өсөн хозур тәбиғәтле Нуриман районы буйлап сәйәхәт ойошторолдо.
Сәйәхәттең һәр мәле видеокамераға төшөрөлөп барҙы. Улар буйынса аҙаҡ “Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте” тигән тулы метражлы фильм эшләнде. Фильм нигеҙендә Башҡортостандың ғаилә кәсептәре традицияларын һаҡлау һәм яңыртыу өсөн мөмкинлектәр тыуҙырып, ишле ғаиләләрҙең тормош именлеген нығытыу идеяһы ята.
Күп балалы ғаиләләрҙең “Ғаилә ҡиммәттәре-2021” фестивале проекттың иң сағыу ваҡиғаһы буласаҡ. Ул 15 майҙа, Халыҡ-ара Ғаилә көнөндә, Өфөлә ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмә комплексында 11 сәғәттә башлана.
Фестивалдә түбәндәге майҙансыҡтар эшләйәсәк:
  • “Ғаилә – кадрҙа” конкурсында ҡатнашыусы ғаиләләр менән таныштырыу һәм уларҙың, шулай уҡ Башҡортостандың иң яҡшы халыҡ кәсепселәренең оҫталыҡ дәрестәре;
  • “Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте” фильмының исем туйы;
  • “Ғаилә – кадрҙа” конкурсы еңеүселәрен һәм унда ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы;
  • “Күп балалы ғаиләләрҙең тормош именлеген нығытыу шарттары” түңәрәк өҫтәле;
  • Ишле ғаиләләр өсөн консультациялар;
  • Милли ризыҡтарҙы тәмләү һәм сәй эсеү;
  • Балалар өсөн анимация.
  • “Ғаилә ҡиммәттәре” фестивале бай тарихҡа эйә. 2012 йылдан башлап унда республикабыҙҙың 100-ҙән ашыу ғаиләһе ҡатнашҡан.
    Автор:Альмира Кирәева
    Читайте нас: