-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2021, 09:45

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме?

Өфөлә Рәсәй Федерацияһы хеҙмәт коллективтары, дәүләт граждан хеҙмәткәрҙәре һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәре араһында Бөтә Рәсәй “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) физкультура һәм спорт комплексының фестивале бара.

12 майҙа старт алған сара ГТО Бөтә союз комплексы ойошторолоуға 90 йыл тулыуға арналған. Ул “Динамо” базаһында үтә һәм 16-на тиклем дауам итәсәк. Ярыштарҙа Рәсәйҙең 29 төбәгенән 39 команда ҡатнаша. Йәмғеһе - 25-тән 59 йәшкә тиклемге 400 кеше.
Фестиваль Рәсәйҙең Спорт министрлығы “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты сиктәрендә өсөнсө тапҡыр ойошторола.
Спортсылар түбәндәге ярыш төрөндә ҡатнаша: арҡала ятҡан килеш күтәрелеп ултырыу, ятҡан килеш 90 см бейеклектәге урҙаға тартылыу (ҡатын-ҡыҙҙыр өсөн), бейек урҙаға тартылыу/ 16 кг гер күтәреү (ирҙәр өсөн), ерҙән этенеп ҡулдарҙа күтәрелеү, аяҡтарҙы тура тотоп гимнастика скәмйәһендә билдән бөгөлөү, пневматик винтовканан терһәктәрҙе өҫтәлгә терәп ултырып һәм тороп атыу, 2000 һәм 3000 м аралыҡҡа йүгереү, эстафета.
Валерий Шахов фотоһы.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: