0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2021, 17:14

Халыҡ һаулығы көндәренә рәхим итегеҙ!

17 – 22 майҙа Башҡортостанда Халыҡ һаулығы көндәре үткәрелә. Акцияның төп маҡсаты—йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм ҡан әйләнеше системаһы сырхауҙарынан үлеү осраҡтарын кәметеү, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

17 – 22 майҙа Башҡортостанда Халыҡ һаулығы көндәре үткәрелә. Акцияның төп маҡсаты—йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм ҡан әйләнеше системаһы сырхауҙарынан үлеү осраҡтарын кәметеү, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Акция барышында ФАП-тар хеҙмәтләндергән ерҙәрҙә өй һайын йөрөп, кешеләрҙең артериаль ҡан баҫымын үлсәү, сәләмәт тормош рәүеше алып барыу буйынса кәңәштәр биреү, күсмә Сәләмәтлек үҙәктәре ярҙамында халыҡтың һаулығын тикшереү, медицина ойошмаларында “Сәләмәтлек мәктәптәре” эшен, республиканың сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары нигеҙендә сәләмәт туҡланыу витриналарын ойоштороу, “Табип менән саф һауала йөрөү” акцияһы, табиптар һәм һауыҡҡан пациенттарҙың велосипедта бергә йөрөүе, футбол, волейбол, баскетбол уйнауы, дарыуханаларҙа һәм ҙур сауҙа селтәрҙәрендә артериаль ҡан баҫымын үлсәү, халыҡҡа мәғлүмәт таратыу, республика предприятиеларында, мәғариф усаҡтарында иртәнге гимнастика яһау, балалар өсөн саралар үткәрелә.
Сара “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә уҙғарыла.
Акция сиктәрендә Республика кардиология үҙәгенең “Сәләмәтлек үҙәге” күсмә медицина модуле Ғафури районына юллана.
Халыҡ һаулығы көндәре Ленин исемендәге паркта ҙур сәләмәтлек байрамы менән тамамлана.
Фото – БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: