-9 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2021, 14:31

Өфөлә ҙур мәҙәни форум бара

Бөгөн Өфөлә “Торатау” конгресс-холында мәҙәниәт буйынса Беренсе халыҡ-ара форум – “АРТ-Ҡоролтай” бара.

Бөгөн Өфөлә “Торатау” конгресс-холында мәҙәниәт буйынса Беренсе халыҡ-ара форум – “АРТ-Ҡоролтай” бара. Ул артабан йыл һайын уҙғарыласаҡ һәм мәҙәниәт өлкәһендәге стратегик ҡарарҙарҙы тикшереү һәм ҡабул итеү майҙансығына әйләнергә тейеш. Быйыл ул Бөтә донъя фольклориадаһына арнала. Сараға республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йыйылған, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән ҡунаҡтар килгән.
Форум эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Ольга Казакова, Рәсәй мәҙәниәт министры урынбаҫары Ольга Ярилова, Рәсәй Халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова, CIOFF президенты Филипп Боссан, Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова, республикабыҙҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡатнаша.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пленар ултырыштағы сығышында “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы хаҡындағы ҡарарға ҡул ҡуйыуын белдерҙе. Көҙҙән башлап, республикала ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре 500 меңәр һумлыҡ тәүге 60 грантты аласаҡ. Башҡортостан был программа ғәмәлгә ашырылыусы пилот төбәк буласаҡ.
“Беҙ бөгөн, ниндәй йүнәлештә алға барырға кәрәклеген һәм мәҙәниәтебеҙ ниндәй булырға тейешлеген уйлашыу өсөн, Башҡортостанда, тап Өфөлә, төрлө илдәр һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттары вәкилдәре менән йылына бер тапҡыр йыйылышыу традицияһын булдырабыҙ”, – тине Радий Хәбиров.
Республикабыҙ етәксеһе форумға йыйылыусыларҙың бөтәһен дә Башҡортостанда быйыл июлдә үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына саҡырҙы.
“Беҙ Фольклориаданы мәҙәниәт ҡаҙаныштары менән алмашыу мөмкинлеге тип кенә түгел, бер-беребеҙҙе яңынан асыу, нисек йәшәүебеҙҙе, ҡиммәттәребеҙҙе нығыраҡ белеү мөмкинлеге лә тип ҡарайбыҙ – был бик мөһим”, – тине Радий Хәбиров.
Радий Хәбиров республиканың мәҙәниәт өлкәһендәге ҡаҙаныштарын билдәләп үтте, яңыртылыусы мәҙәниәт учреждениелары тураһында һөйләне. Техник йыһазландырыу һөҙөмтәһендә Библиотөн сиктәрендә Дүртөлө районының Әсән китапханаһынан Халыҡ-ара йыһан станцияһы менән тура бәйләнешкә сығыуға өлгәшкәндәр.
Республика Башлығы шулай уҡ төп мәҙәни коллективтарҙың гастроль эшмәкәрлегенә лә туҡталды. 2020 йылда Ҙур театрҙа Вердиҙың Илдар Абдразаҡов сәхнәләштергән “Аттила” операһы күрһәтелде. 2021 йыл Мәскәү филармонияһында Милли симфоник оркестрҙың уңышлы сығышы менән башланып китте. 3 августа иһә Ҙур театрҙа Массненың Асҡар Абдразаҡов сәхнәләштергән “Дон Кихот” операһы буласаҡ.
Сығышының аҙағында республикабыҙ Башлығы мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәрен почетлы исемдәр менән бүләкләне.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас в