Был турала, НАСА мәғлүмәттәренә таянып, “Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә. Астрономдар уға 2015 KJ19 исеме биргән. Диаметры - 88 – 200 метр самаһы. Ергә ул Мәскәү ваҡыты менән 13.04 сәғәттә яҡын килә. Белгестәр тынысландырырға ашыға: күк есеменән беҙгә хәүеф янамай. Уның осоу траекторияһы Ерҙән алып Айға тиклем аранан 15 тапҡырға алыҫыраҡ ята.