+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2021, 09:55

“Ғаилә ҡиммәттәре-2021” фестивале була

2020 йылда Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ тип табылған Башҡортостандың ата-әсәләр һәм педагогтар ассоциацияһының “Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте” проекты сиктәрендә 15 майҙа, Халыҡ-ара ғаилә көнөндә, Өфөлә “Ғаилә ҡиммәттәре-2021” күп балалы ғаиләләр фестивале үтәсәк.

Сара ВДНХ-ЭКСПО-ла 11 сәғәттә башлана.
Фестивалдә түбәндәге майҙансыҡтар эшләйәсәк:
- “Ғаилә кадрҙа” конкурсында ҡатнашҡан ғаиләләрҙең һәм республиканың иң яҡшы милли кәсептәр оҫталарының презентациялары һәм оҫталыҡ дәрестәре;
- “Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте” фильмының исем туйы;
- “Ғаилә кадрҙа” конкурсында ҡатнашып еңгәндәрҙе тәбрикләү тантанаһы;
- “Күп балалы ғаиләләрҙең именлеген нығытыу шарттары” тигән "түңәрәк өҫтәл";
- күп балалы ғаиләләр өсөн консультациялар;
- милли ризыҡ төрҙәрен ашап ҡарау һәм сәй эсеү;
- балалар өсөн анимация.
Читайте нас: