-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май 2021, 22:47

“Туған телдәрҙе һаҡлау – мөҡәддәс бурысыбыҙ”

Бөгөн Өфөлә, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында “Рәсәй халыҡтары телдәре Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү системаһында” тигән семинар-кәңәшмә булып үтте.

Бөгөн Өфөлә, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында “Рәсәй халыҡтары телдәре Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү системаһында” тигән семинар-кәңәшмә булып үтте. Туған телдәрҙе өйрәнеү, уҡытыу һәм һаҡлауға йүнәлтелгән семинар-кәңәшмәләр циклы Рәсәйҙең Ата-әсәләр ассоциацияһы башланғысы менән ойошторолған, улар Волга буйы Федераль округы төбәктәрендә уҙа.
Сарала Рәсәйҙең Ата-әсәләр ассоциацияһының Координация советы секретары Алексей Гусев, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, республиканың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, юғары мәктәп эксперттары, уҡытыусылар, республиканың ата-әсәләр йәмәғәтселеге вәкилдәре ҡатнашты.
Семинарҙа ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова сәләмләне.
“Беренсенән, һис шикһеҙ, туған телдәрҙе уҡытыу сифатын арттырыу кәрәк. Туған тел дәрестәренең киләсәге ата-әсәләрҙең ирекле ихтыяры аҫтында ҡалған икән, беҙҙең маҡсат – был дәрестәрҙе мөмкин тиклем сифатлыраҡ итеү. Икенсе мөһим мәсьәлә – шартлы милли мәктәптәрҙең яҙмышы. „Шартлы“, сөнки әлеге ваҡытта мәғариф тураһында федераль законда һәм төбәк ҡануниәтендә „милли мәктәп“ тигән төшөнсә сағылыш тапмаған. Беҙ Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы һәм Республика Башлығы менән берлектә был етешһеҙлекте ҡаплаған, этно-мәғариф ойошмаларына хоҡуҡи нигеҙ булған закон проектын төҙөнөк һәм Дәүләт Думаһының иғтибарына тәҡдим иттек. Яуап итеп, Дума депутаттары был ҡанун проектын камиллаштырыу өсөн кире ҡайтарҙы. Беҙ быға әҙер инек һәм ошондай яуап закондың ҡабул ителеү ихтималлығын иҫбатлай. Туған телдәрҙе уҡытыу кәрәклеген бер генә төбәк түгел, ә башҡа милли республикалар һәм региондар ҙа яңғыратырға тейеш”, – тине ул сығышында.
Эльвира Ринат ҡыҙы баланың туған телде уҡыуының әһәмиәтен аңлатыу буйынса ата-әсәләр араһында ҙур эш алып барылыуы хаҡында һөйләне. “Бөгөн беҙҙе мөҡәддәс бурыс – туған телдәрҙе һаҡлау, үҫтереү берләштерә”, – тип билдәләне ул, сарала ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп.
Сараның модераторы булып тарих фәндәре кандидаты, РФ Мәғариф министрлығы коллегияһы ағзаһы, Рәсәйҙең Ата-әсәләр ассоциацияһы Координация советының яуаплы секретары Алексей Гусев һәм Башҡортостан мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева сығыш яһаны.
Алексей Гусев Башҡортостанда туған телдәрҙе өйрәнеү, уҡытыу буйынса эштәргә юғары баһа бирҙе, был тәңгәлдә республикабыҙҙың алдынғы тәжрибә майҙансығы булыуын билдәләне. Әлфиә Ғәлиева республикала ошо юҫыҡта алып барылған ғәйәт ҙур ғәмәлдәр, артабанғы маҡсат-ниәттәр хаҡында бәйән итте.
Семинар-кәңәшмә Рәсәй халыҡтарының туған телдәрен яҡлау һәм үҫтереү буйынса алып барылған төбәк сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеген арттырыуҙы, туған телдәрҙе уҡытыуҙы ойоштороуҙың уңышлы тәжрибәләре менән уртаҡлашыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы.
Форум йөкмәткеле сығыштарға, эшлекле тәҡдимдәргә ифрат бай булды. “Бөгөнгө сара Башҡортостан ата-әсәләре өсөн бик мөһим, сөнки беҙ туған телде уҡытыу хоҡуғын ғәмәлгә ашырыу эшендә бөтә Рәсәй ата-әсәләре ойошмаһы менән берләшәбеҙ”, – тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы янындағы Республика ата-әсәләр комиссияһы рәйесе Эльвира Байназарова.
Туған телде өйрәтеү, уны һаҡлау мәктәп менән сикләнеп ҡалмаҫҡа тейеш, был мәсьәләлә дәүләт яҡлауы менән бер рәттән ата-әсәләр йәмәғәтселегенең, ғаиләнең әүҙемлеге бик кәрәк – сығыштарҙа ошо фекер ҡыҙыл еп булып үтте.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: