+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май 2021, 08:50

Торлаҡ төҙөлөшө йылдам бара

2021 йылдың тәүге кварталында республикала 694,6 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, күрһәткес 11,7 процентҡа юғарыраҡ.

2021 йылдың тәүге кварталында республикала 694,6 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, күрһәткес 11,7 процентҡа юғарыраҡ.
Әлеге ваҡытта Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшө буйынса илдә – алтынсы, ә Волга буйы федераль округында икенсе урындарҙы биләй.
Был хаҡта кисә үткән Хөкүмәт ултырышындағы үҙенең сығышында премьер-министр урынбаҫары Рәйеф Әбдрәхимов әйтеп үтте.
Ғөмүмән алғанда, 2030 йылға республика йыл һайын дүрт миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү кимәленә сығырға тейеш, тип билдәләй төбәк хөкүмәте рәйесе Андрей Назаров.
- Үтә ҡатмарлы һәм ҙур бурыс был. Әммә Башҡортостанда уға өлгәшеү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Беҙ халыҡты уңайлы торлаҡ менән тәьмин итә алабыҙ һәм быға өлгәшергә тейешбеҙ, – тине ул.
Инженер инфраструктураһын төҙөүгә республика Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы менән “Торлаҡ” федераль проекты сиктәрендә 8,5 миллиард һумлыҡ субсидия бүлеү тураһында килешеү төҙөгән. Уға ярашлы, бөгөнгө көндә Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама ҡалаларында яңы биҫтәләргә юл һалына. Шулай уҡ Өфөлә Ағиҙел аръяғы биләмәһендә, 2023 йылда файҙаланыуға тапшырыу маҡсатын күҙ уңында тотоп, дүрт инженер инфраструктураһы объекты буйынса эштәр башланырға тора.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: