+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май 2021, 09:18

“Плато” тигәндәренә сыҡҡанбыҙ

Башҡортостан ковид инфекцияһына бәйле хәл буйынса платоға, йәғни тотороҡло бер тигеҙлеккә сыҡҡан. Был турала коронавирус буйынса брифингта республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе.

– Башҡортостанда коронавирус буйынса сағыштырмаса тотороҡло эпидемиологик хәл күҙәтелә. Беҙ сирләү һәм коронавирустың яңы осраҡтарын асыҡлау кимәле буйынса платоға сыҡтыҡ, – тип билдәләне министр.
Ул, хәл тотороҡланыуға ҡарамаҫтан, йәмәғәт урындарында булғанда, транспортта йөрөгәндә һаҡлыҡ сараларын күҙәтеү, битлек кейеү мөһимлеген иҫкә төшөрә, дезинфекциялау саралары ҡулланыу хаҡында онотмаҫҡа ҡуша.
Министр шулай уҡ коронавирустан һаҡланыуҙың иң ышаныслы алымы вакцинациялау булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала һәм барыһын да прививка яһатырға саҡыра.
– Бары тик бергәләшеп эпидемияны туҡтата алабыҙ, – ти Максим Забелин.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: