+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май 2021, 09:47

Икмәк булһа, йыр ҙа булыр

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында Гүзәл Аллағолова икмәкхана асты. Эшҡыуарлыҡ буйынса милли проект социаль әһәмиәтле ризыҡтар етештереү буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында Гүзәл Аллағолова икмәкхана асты.
Эшҡыуарлыҡ буйынса милли проект социаль әһәмиәтле ризыҡтар етештереү буйынса проекттарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Икмәкле ихата”ның асылыуын ауыл халҡы көтөп алды. Ризыҡтарҙы тәмләп ҡарап, үҙ иттеләр, тип хәбәр итә Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Икмәкханала бешерелгән ризыҡтарҙы эшҡыуар Аҡъярҙан тыш, күрше ауылдарға ла алып барырға йыйына. Артабан етештергән тәғәмдәрҙең ассортиментын арттырырға ниәтләй.
Яңы эш башлаған Гүзәл Аллағоловаға ҡоролмалар алыуға киткән сығымын ҡаплау өсөн 2021 йылда район хакимиәте “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә муниципаль программа буйынса 300 мең һум субсидия бүлгән.
Фото – Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: