+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май 2021, 14:53

Хоҙай аралаған

Учалы ҡалаһында үҫмер малай йөк машинаһы аҫтында ҡалған. Был инцидент бөгөн, иртәнге сәғәттәрҙә теркәлгән.

Учалы ҡалаһында үҫмер малай йөк машинаһы аҫтында ҡалған. Был инцидент бөгөн, иртәнге сәғәттәрҙә теркәлгән.
Шаһиттәр билдәләүенсә, артҡа биргән йөк машинаһы баланы күрмәй, уны бәреп йыға. Үҫмер машина аҫтында ҡала. Ярай ҙа янында торған машиналар сигнал биреп өлгөрә. Шул мәлдә малай машина аҫтынан үҙе сыға. Быны инцидентты төшөрөп алыусыларҙың видеоһы ла асыҡ күрһәтә. Баланың тән йәрәхәттәре хаҡында хәбәр ителмәй.
Социаль селтәрҙә фекер алышыусылар, үҫмер күлдәкдә тыуған тигән һығымта яһай.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: