+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май 2021, 10:54

“Экология – һәр кемдең эше”

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы республика педагогтарын һәм балаларҙы “Экология – һәр кемдең эше” халыҡ-ара балалар һәм йәштәр премияһында ҡатнашырға саҡыра. 7 – 16 йәшлек һәр кем үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша, экотормошо хаҡында видеояҙма тапшыра ала.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы республика педагогтарын һәм балаларҙы “Экология – һәр кемдең эше” халыҡ-ара балалар һәм йәштәр премияһында ҡатнашырға саҡыра. 7 – 16 йәшлек һәр кем үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша, экотормошо хаҡында видеояҙма тапшыра ала.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Премия йәштәрҙең экологик мәҙәниәтен үҫтереү, балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе мауыҡтырғыс һәм уларға аңлайышлы форматта тәбиғәтте һаҡлауға йәлеп итеү маҡсатында булдырылған. Уны Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт тормошҡа ашыра.
– Тәбиғәтебеҙ көн һайын антропоген ауырлыҡҡа дусар, шуға һәр дөрөҫ ғәмәлебеҙ файҙа килтерә ала. Халыҡ менән эшләүҙә тәжрибәбеҙ бар, бындай экопроекттар яҡшы һөҙөмтә бирә, был “Экология” милли проектының өҫтөнлөклө йүнәлештәренә тап килә, – ти Республика балалар экология-биология үҙәге директоры Екатерина Кошелева.
Конкурста 12 номинация ҡаралған. Ҡатнашыу өсөн премияның рәсми сайтында ғариза тапшырырға кәрәк. Конкурс эштәре 1 октябргә тиклем ҡабул ителә.
Премия хаҡында тулы мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса табырға мөмкин: https://xn--80afbcbeimqege7abfeb7wqb.xn--p1ai/.
Фото – https://экологияделокаждого.рф/.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: