Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация Луганск һәм Донбасс халыҡ республикаларын ойоштороуҙың 7 йыллыҡ байрам сараларында ҡатнашты. Рәсми делегацияның эш сәфәре бөгөн дә дауам итә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 112 –се башҡорт атлы кавалерия дивизияһы тап Донбасста, Дебальцево ҡалаһы янында ҡаты алыштарҙа ҡатнаша. Дивизияның 78 яугиры Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған. Былтыр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы менән легендар командир, генерал Миңлеғәли Шайморатов Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ була.
Генерал Шайморатовтың һуңғы яуы һәм төйәге лә Луганщина ере менән бәйле. Ул тап ошо тарафтарҙа фашистар ҡулынан һәләк була.