+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май 2021, 16:27

Ҡасан китә инде был яһил вирус?

Әлеге мәлдә республика стационарҙарында 152 яҡташыбыҙ коронавирусҡа ҡаршы дауа ала. 15-енең хәле ауыр, икәүһе яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала, тип хәбәр итәләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Әлеге мәлдә республика стационарҙарында 152 яҡташыбыҙ коронавирусҡа ҡаршы дауа ала. 15-енең хәле ауыр, икәүһе яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала, тип хәбәр итәләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Сирҙе сағыштырмаса еңел кисереп, өйөндә дауаланыусылар – 1 781.
12 майға ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусылар йәмғеһе 36 497 иҫәпләнә. Үткән тәүлектә сир 90 сырхауҙы аяҡтан йыҡҡан.
Кисәле-бөгөнлө 106 кеше, зәһәр сирҙән ҡотолоп, дауахананан ҡайтҡан. Һауығыусыларҙың дөйөм һаны – 34 086.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы 24 сәғәттә мәкерле вирус йәнә ике ғүмерҙе өҙгән. Республикала коронавирустан вафат булыусылар 478 булып китте.
Министрлыҡ шулай уҡ үпкә ялҡынһыныуы менән ауырыусылар хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе лә килтерә. Үткән тәүлектә пневмония 126 сырхауҙа асыҡланған, 107 кеше унан һауығыуға өлгәшкән.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: