+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май 2021, 14:32

Һаҡ саралары көсәйтелде

Бөгөн баш ҡалала уҡырға килгән балалар мәктәп тупһаһында уҡ тимер эҙләү ҡоролмалары аша үтте. Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Сергей Грековтың ҡушыуы буйынса бөтә мәғариф учреждениеларында сигнал биреүсе хәүеф нөктәләре, һаҡ саралары, үткәреү режимын тикшереү бара.

Ҡаҙан фажиғәһе йәнә һаҡ сараларына иғтибарҙы көсәйтте. Йәмғиәттең сираттағы ҡазанан саҡ ҡына тынысланыуы була, уның башҡалары көтөп тора.
Өфө ҡала округы мэры Сергей Греков тейешле хеҙмәттәргә кисә үк баш ҡала мәғариф учреждениеларында тикшереү үткәрә башлауҙы йөкмәтте, бөгөн был саралар дауам итте. Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге үткәреү режимын көсәйтеү буйынса кешеләр бүләсәк.
Ҡаҙан ҡалаһындағы 175-се мәктәп- гимназияһындағы ҡанлы ваҡиғала 9 кеше һәләк булды, 21-е төрлө тән йәрәхәттәре алды.
Балаларға ҡоралдан атҡан гимназияның элекке уҡыусыһы Илназ Ғәләүиевҡа ғүмерлккә төрмәгә ултырыу хөкөмө янай. Бер ғәйепһеҙ кешеләрҙе үлтереүҙә ғәйепләнеүсегә башҡа язаның булыуы ла мөмкин түгел тип яҙа социаль селтәрҙәр.
Был көндәрҙә Бөтә Рәсәй халҡы Татарстан менән бергә. Өфөләге Карл Маркс урамында урынлашҡан Татарстан вәкиллегенә кешеләр сәскәләр, уйынсыҡтар алып килеүен дауам итә.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: