-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Май 2021, 09:25

Юлсылар өсөн ғибәҙәт урындары асыла

Республикала намаҙ уҡыу урындарының сикле булыуы мосолмандар өсөн ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Сауҙа үҙәктәрендә, вокзалдарҙа, оло юлдар буйҙарында ғибәҙәтханалар асыу – әллә ҡасан өлгөргән мәсьәлә. Ниһәйәт, ул хәл ителә башланы.

Быйыл Өфөнөң “Башҡортостан” сауҙа үҙәгендә намаҙ уҡыу бүлмәһе асылыуы һөйөндөргәйне. “Юлсы” проектына (етәксеһе – Алмас Вәлиев) ярашлы, республика райондарында модулле ғибәҙәт бүлмәләренең ҡуйылыуы – был йәһәттән тағы бер ҙур ваҡиға. Ошо көндәрҙә сираттағы ғибәҙәтхана Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин, яҡындағы райондарҙың имам-мөхтәсибтәре, урындағы халыҡ, имамдар ҡатнашлығында Дәүләкән ҡалаһы эргәһендә асылды. Ул заманса йыһазландырылған, ҙурлығы – 4х 2,4 метр. Мәсеттә бер юлы бер нисә кеше намаҙ уҡый ала.
Ошондай модулле мәсеттәр быға тиклем Октябрьский ҡалаһы, Благовещен районының Удельно-Дыуанай ауылы янында ҡуйылғайны.
Проект Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты менән Сауҙа һәм хеҙмәт министрлығы араһындағы килешеүгә ярашлы тормошҡа ашырыла.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: