+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Май 2021, 21:37

Юлдарҙа эштәр гөрләй

Өфөлә Ухтомский, Ветошников, Кислород, Юбилей урамдарында, Алексеев шоссеһында ремонт башланды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Өфөлә Ухтомский, Ветошников, Кислород, Юбилей урамдарында, Алексеев шоссеһында ремонт башланды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Участок начальнигы Сергей Герасëв әйтеүенсә, Ухтомский урамында төҙөкләндереүгә апрель аҙағында тотонғандар. Эштәрҙе 15 сентябрҙә тамамларға ниәтләйҙәр. Объекттың оҙонлоғо 1,8 саҡрым тәшкил итә.
2021 йылда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты һәм Башҡортостан Республикаһының автомобиль юлдарын ҡарау, ремонтлау, төҙөү һәм реконструкциялау буйынса территориаль заказы буйынса Өфөлә 18 юл участкаһы төҙөкләндереләсәк. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 40 саҡрым тәшкил итә, тип белдерә Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Юл полотноларын төҙөкләндереүҙән тыш, урамдарҙа капиталь ремонт, реконструкция, төҙөлөш эштәре лә ҡаралған. Әле Комсомол, 8 Март урамдарында – реконструкция эштәре, Галле урамында, Һәҙиә Дәүләтшина, Ибраһимов бульварҙарында, Парк, Совет урамдарында капиталь ремонт бара, Дим районында һәм Кузнецов затонында яңы урамдар төҙөлә.
Фото – Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: