+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Май 2021, 14:52

Татарстан халҡының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров туғандаш татар халҡының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып күрше республикаға бөтә кимәлдәге ярҙам тәҡдим итте. Ҡаҙандың 175-се мәктәп- гимназияһындағы террор ғәмәленән һуң республиканың барлыҡ мәғариф учреждениеларында хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеүҙе йөкмәтте.

Радий Фәрит улы, теракта зыян күргәндәргә республика реабилитация үҙәктәрендә махсус дауаланыу программаһы үтергә, шифаханаларҙа ғаилә ялына саҡырҙы, Башҡортостандың башҡа кимәлдәге ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын билдәләне.
Бынан тыш Республика Башлығы Татарстан Президенты Рөстәм Миңнеханов, һәләк булыусыларҙың ата- әсәләре исеменә ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһы ебәрҙе.
- Туғандаш Татарстан халҡы менән бергәбеҙ. Был ҡот осҡос фажиғә... Һеҙгә ниндәй ярҙам кәрәк булһа ла, беҙгә таяна алаһығыҙ. Барығыҙҙың да ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, тиелә унда.
Хәбәр итеүҙәренсә, Ҡаҙан ҡалаһындағы 175-се мәктәптә, хәҙер асыҡланыуынса ике кеше, уҡыусыларға, хеҙмәткәрҙәргә ҡаршы автоматтан ут аса. Уларҙың береһе 19 йәшлек егет, хәҙер ҡулға алынған. Ә икенсеһе, ҡорал тотоп мәктәпкә ингәс, һөжүм ваҡытында махсус хеҙмәттәр тарафынан юҡ ителгән.
Әлегә 11 һәләк булыусы хаҡында һүҙ бара, яраланыусылар күп.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: