-25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Май 2021, 14:25

Тамара Танһыҡҡужина - Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры

Республика Башлығы Радий Хәбиров билдәле шашкасы Тамара Танһыҡҡужинаны Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне. Билдәле булыуынса, яҡташыбыҙ күптән түгел Варшавалағы донъя чемпионатынан еңеү менән ҡайтҡайны.

- Яҡташыбыҙ донъяның иң яҡшы шашкасыһы исеменә лайыҡ булды. Хәҙер уның активында ете чемпион титулы. Рәсәйҙә башҡа ундай спортсы юҡ, - тип билдәләне республика етәксеһе.
Спортсының тренеры Юрий Чертоктың исемен дә күптәр белә хәҙер. Йондоҙло уҡыусыһы уға ла билдәлелек алып килде. Тамара Танһыҡҡужинаның тренеры Юрий Черток Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас в