+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Май 2021, 08:59

Паспорттар ҙа электрон буласаҡ

Беҙҙең тормошта һанлы технологиялар йылдан-йыл киңерәк урын биләй бара.

Беҙҙең тормошта һанлы технологиялар йылдан-йыл киңерәк урын биләй бара.
2020 йылда ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ тураһында документтың (больничныйҙың) электрон төрө индерелде. Рәсәй Социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса Төбәк бүлексәһендә белдереүҙәренсә, былтыр ул республикала 987 146 кешегә бирелһә, йыл башынан был күрһәткес 371 188 булған.
Хәҙер хеҙмәт кенәгәһенең дә электрон вариантын асырға мөмкин. Башҡортостанда 2021 йылдың 21 мартына ҡарата ул 42 819 кешегә тултырылған.
Артабан сират граждандаң шәхесен билдәләүсе төп документҡа – паспортҡа ла етәсәк икән. Рәсми сығанаҡтарға ҡарағанда, электрон паспорт алыу хоҡуғына 2021 йылдың 1 декабренән Мәскәү халҡы эйә була. Ә төбәктәргә был яңылыҡ 2023 йылда килеп етер тип көтөлә.
Электрон паспорт кешенең фоторәсеме, исем-шәрифе һәм тыуыу датаһы яҙылған пластик картанан ғибәрәт. Уның чибына шәхси һәм биометрик мәғлүмәттәр, шулай уҡ йөҙө, бармаҡ эҙҙәре һәм теркәлеү адресы индерелә.
Электрон паспорт алырғамы, юҡмы икәнен һәр кем үҙе генә хәл итә.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: