+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Май 2021, 21:17

Мәғлүмәттәр ни хаҡында һөйләй?

11 майға ҡарата республикабыҙҙа коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 36 407-гә еткән. Тәүлек эсендә инфекция тағы 91 ауырыуҙа асыҡланған.

11 майға ҡарата республикабыҙҙа коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 36 407-гә еткән. Тәүлек эсендә инфекция тағы 91 ауырыуҙа асыҡланған.
Бөгөнгө көндә стационарҙарҙа коронавирусҡа ҡаршы көрәшеүселәр – 157. Шуларҙың 13-ө ауыр хәлдә, икәүһе яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 1 765.
Ковид вирусын барлығы 33 980 яҡташыбыҙ еңеүгә өлгәшкән. Үткән тәүлектә 96 кеше һауыҡҡан.
Шөкөр, аҙаҡҡы тәүлектә коронавирус арҡаһында вафат булыуҙар теркәлмәгән. Вирус тарала башлағандан алып республикала йәмғеһе 474 кеше донъя ҡуйған.
Дауахананан тыш пневмонияға килгәндә, мәғлүмәттәр түбәндәгесә: кисәле-бөгөнлө үпкә ялҡынһыныуы диагнозы 121 ауырыуҙа раҫланған, унан сәләмәтләнеп, дауахананан ҡайтыусылар – 99.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: