0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Май 2021, 14:42

Ғаилә аҙналығы башланды

11 майҙан 16 майға тиклем Башҡортостанда Ғаилә аҙналығы үтә.

11 майҙан 16 майға тиклем Башҡортостанда Ғаилә аҙналығы үтә. Ул 15 майҙа билдәләнәсәк Халыҡ-ара ғаилә көнөнә арнала. Аҙналыҡты үткәреү тәҡдиме менән республикабыҙҙың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сығыш яһаны.
Бөтә ҡалаларҙа һәм райондарҙа ғаилә традицияларын һаҡлауға һәм нығытыуға, ата-әсә мәғлүмәтлелеген арттырыуға, ғаилә ялын ойоштороуға арналған акциялар һәм саралар уҙасаҡ.
Республика Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә муниципалитеттар башлыҡтарының мөһим ваҡиғаға яуаплы ҡарауын һораны һәм тематик акцияларҙы үткәреүҙә ярҙам күрһәтергә ҡушты.
– Был, һис шикһеҙ, иң әһәмиәтле байрамдарҙың береһе. Ғаилә аҙналығы дауамында көн һайын күп саралар планлаштырылған. Улар, төп социаль ҡиммәт булараҡ, ғаиләне нығытыуға йүнәлтелгән. Муниципалитеттар башлыҡтарының тейешле ярҙам күрһәтеүен һорайым һәм халыҡты был сараларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырам, – тине Радий Хәбиров.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: