+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Май 2021, 14:05

Ҡаҙандағы фажиғә

Ҡаҙан ҡалаһындағы мәктәпкә һөжүм иткәндәр. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, террорсы ҡулынан 11 кеше һәләк булған, 30-ҙан ашыуы зыян күргән. Һәләк булыусыларҙың күбеһе- балалар.

Ҡаҙан ҡалаһындағы мәктәпкә һөжүм иткәндәр. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, террорсы ҡулынан 11 кеше һәләк булған, 30-ҙан ашыуы зыян күргән. Һәләк булыусыларҙың күбеһе- балалар.
Әлеге мәлдә зыян күреүселәрҙе ашығыс рәүештә дауаханаға оҙаталар. Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәттәренең мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ике бала өсөнсө ҡаттан һикергән ваҡытта һәләк булған.
Татарстандың мәғариф министрлығының сығанағы билдәләүенсә, мәктәптән борсолоу сигналы 9 сәғәт 25 минутта яңғырай. Шунан биш минут алда атыу тауыштары яңғыраған була. Мәктәптә ул ваҡытта 714 бала, 70-ләп хеҙмәткәр, шуларҙан 52 педагог була.
- Беҙ ете баланы юғалттыҡ. Һигеҙенсе клас уҡыусыларын өсөнсө ҡатта һәләк иткәндәр. 16 кеше, шуларҙын 12 бала, 4- өлкән кеше госпиталдә. Террорсы ҡулға алынған. Уға 19 йәш, ҡорал рәсми рәүештә уның исемендә булған. Уға булышлыҡ итеүселәр асыҡланмаған. Мәктәпкә, һәләк булыусыларҙың ата- әсәләренә тейешле ярҙам күрһәтеләсәк. Бөгөн Татарстан республикаһы һәм уның халҡы өсөн иң ауыр көн, - тигән Республика Президенты Рөстәм Миңнеханов.
Татарстанда террорға ҡаршы операция режимы индерелгән. Әлегё икенсе уҡсы хаҡындағы мәғлүмәтте күрше республиканың хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәттәре кире ҡаҡҡан. Һөжүм итеүсе берәү булған тип баралар.
фото газета ру сайтынан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: