7 май - радио көнө.Үткән быуаттың 20-се йылдар урталарында барлыҡка килгән радио бөгөн дә үҙенең тыңлаусылары менән бергә ҡала. Башҡортостанда барлығы 20 радиостанция иҫәпләнә. Тыңлаусылар араһында “Юлдаш” йыр-моң һәм “Спутник ФМ” каналдары абруйлы радиолар иҫәбендә.
Телевидениенан да күпкә алдараҡ барлыҡҡа килгән радио әле лә сафта ҡала. “Юлдаш” йыр- моң һә мәғлүмәт каналы башҡорт телендәге программалары, йыр- моңдары менән һәр бер өйҙөң биҙәгенә әйләнгән. Бөгөн башҡорт ғаиләһендә радио тыңламаған кеше бик һирәктер. Ә радио эфирындағы йырҙарҙы ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә тыңлау мөмкинлегенә эйә. Юлдаш – ырыуҙаштарыбыҙҙы тыуған яғы менән берләштереүсе бер изге күпер булып тора. Юлдаштың филиалдары күп төбәктәрҙә бар, интернет мөмкинлектәрен киң файҙаланып сит илдәрҙә лә башҡорт радиоһын яҡшы тыңлайҙар.
Юлдаштың хеҙмәт девизы: “Беҙ бергә”. Сөнки радио хеҙмәткәрҙәре оҙаҡ йылдар дауамында үҙенең тыңлаусылары менән бергә ҡала.