+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Май 2021, 12:37

"Үлемһеҙ полк" акцияһына теркәлеү бөгөн тамамлана

Башҡортостан халҡы “Үлемһеҙ полк. онлайн” акцияһына 60 мең тирәһе заявка тапшырған. Был хаҡта республика менән идара итеү үҙәгенә сараны ойоштороусылар хәбәр иткән.

Башҡортостан халҡы “Үлемһеҙ полк. онлайн” акцияһына 60 мең тирәһе заявка тапшырған. Был хаҡта республика менән идара итеү үҙәгенә сараны ойоштороусылар хәбәр иткән.
Билдәле булыуынса, эпидемиологик хәл айҡанлы, Еңеү көнөнә арналған сараларҙың күбеһе онлайн форматта үтәсәк. Виртуаль парад 9 май көнө, урындағы ваҡыт менән 15 сәғәттә старт ала.
Уны “Сәләм” телеканалында, “Үлемһеҙ полк” https://2021.polkrf.ru/ сайтына инеп ҡарарға мөмкин. Һалдаттар, ветерандарҙың фото һүрәттәренең яртыһын БСТ каналында үткәрелгән телемарафон сиктәрендә лә күрһәтәсәктәр.
“Үлемһеҙ полк. Онлайн” акцияһына ҡушылыу өсөн теркәлеү 7 май тамамланасаҡ. Заявканы “Үлемһеҙ полк.онлайн” сайтындағы шәхси кабинетта, “Хәтер банкы”, “Класташтар”, “Бәйләнештә” селтәрҙәренең ҡушымталары буйынса ҡалдырырға мөмкин ине.
Мәғлүм булыуынса, 2020 йылдан “Үлемһеҙ полк” Бөтә Рәсәй акцияһы пандемияға бәйле дистанцион форматҡа күсте. Былтыр виртуаль парадты бөтә ер шарында 25 миллиион кеше ҡараған, 3 миллион заявка бирелгән.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: