+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Май 2021, 17:15

Тамара Танһыҡҡужина донъя чемпионы титулын һаҡлап ҡалды

Кисә, 3 майҙа, Варшавала Тамара Танһыҡҡужина менән Польша спортсыһы Наталья Садовская араһында халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионы исеменә матч тамамланды.

Кисә, 3 майҙа, Варшавала Тамара Танһыҡҡужина менән Польша спортсыһы Наталья Садовская араһында халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионы исеменә матч тамамланды.
Ярыштың һуңғы көнөндә спортсылар араһында хәл иткес көрәш була. Иҫәп Наталья Садовская файҙаһына барғанға күрә, яҡташыбыҙға тик еңеү генә кәрәк ине. Тамара Танһыҡҡужина өмөттө аҡланы – еңеү уның иҫәбенә яҙылды. Шулай итеп, иҫәп тигеҙләште - 54:54.
Чемпионды билдәләү өсөн тай-брейк талап ителә, йәғни спортсылар беренсе еңеүгә титклем ҡыҫҡартылған ваҡыт менән уйнайҙар. Биш партия тигеҙ мәрәйҙәр менән тамамлана. Ә алтынсы уйында Тамара Танһыҡҡужина еңә һәм донъя чемпионы титулын һаҡлап алып ҡала.
Яҡташыбыҙҙы ошо ҙур еңеү менән ҡотлайбыҙ.
Читайте нас: