+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Апрель 2021, 08:35

Һуңғы ҡыңғырау ҡасан уҙғарыла?

Сығарылыш уҡыусылары өсөн быйыл ҡыңғыраулы мәктәп йылдарының тамамланыуы айҡанлы тантана республика мәктәптәрендә ҡасан үтә? Совет заманында ул фәҡәт 25 майҙа булыр ине.

Сығарылыш уҡыусылары өсөн быйыл ҡыңғыраулы мәктәп йылдарының тамамланыуы айҡанлы тантана республика мәктәптәрендә ҡасан үтә? Совет заманында ул фәҡәт 25 майҙа булыр ине.
Шулай итеп, Башҡортостан мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау шәмбе, 22 майҙа, була. Дата 9-сы һәм 11-се класты тамамлаусылар өсөн берҙәм һуңғы ҡыңғырау байрамын ойоштороу көнө итеп билдәләнгән. Был турала республиканың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр иттеләр.
Роспотребнадзор байрамды уҙғарыу өсөн тәҡдимдәр әҙерләгән. Документҡа ярашлы, балалар ҡатнашлығындағы сараны асыҡ һауала үткәрергә, уҡыусылар араһында социаль дистанцияны һаҡларға, бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һабанан файҙаланырға, битлек кейергә, бүлмәләрҙе елләтергә тәҡдим ителә.
Читайте нас: