+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Апрель 2021, 10:06

Коллегабыҙ Александр Даниловтың эштәре лә китапҡа ингән

“Башҡортостандың яратҡан рәссамдаре” – “Башҡортостан - һәләттәр төбәге” проекты сиктәрендә Наил Мәхмүтов авторлығында республика рәссамдарына арналған китаптың икенсе томы донъя күрҙе. Был баҫмаға “Башҡортостан ҡыҙы” журналының фотографы Александр Даниловтың да эштәре индерелгән.

Дөйөм алғанда, китап республикала йәшәгән рәссамдәр, фотография оҫталары, скульпторҙарҙың үҙҙәре, ижады хаҡында тулы мәғлүмәт бирә, уларҙы популярлаштырыу маҡсатын ҡуя. Баҫма ике өлөштән тора. Уның 2018 йылда сыҡҡан тәүгеһе “Яҡташтар” тип аталды.
Александар Данилов 80-се йылдар урталарынан алып республика баҫмаларында эшләй. Ижадының ҙур өлөшө газета эше менән бәйле булһа, һуңғы йылдары ул “Башҡортостан ҡыҙы” журналы өсөн сағыу фотолар төшөрә.
Яңы китапҡа авторҙың балет сәнғәтенә арналған үҙенсәлекле эштәре ингән. Күберәк репортаж алымына өҫтөнлөк биргән фоторәссам балетты сәхнәлә түгел, ә төрлө ерҙә һәм образда кәүҙәләндергән. Геройҙары - Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистары.
-Балетты фотоға төшөрөү бик ауыр. Сөнки уны хәрәкәттә тоторға кәрәк. Коллегаларымдың, һинең был эштәрең бик яҡшы килеп сыға, тип әйтеүе мине ҡанатландыра, - ти автор.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: