+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Апрель 2021, 15:29

Башланғыс хуплауға лайыҡ

Ауырғазы районы Иҫке Маҡар ауылынан ике бер туған – Илфат менән Илнур йәшелсә үҫтереү, баҡса тотоу буйынса байтаҡ тәжрибә туплаған. 2009 йылдан алып йылытмала (теплица) йәшелсәләр, йәшел тәмләткес үләндәр үҫтерәләр. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ауырғазы районы Иҫке Маҡар ауылынан ике бер туған – Илфат менән Илнур йәшелсә үҫтереү, баҡса тотоу буйынса байтаҡ тәжрибә туплаған. 2009 йылдан алып йылытмала (теплица) йәшелсәләр, йәшел тәмләткес үләндәр үҫтерәләр.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Илфат – агроном, Илнур – иҡтисадсы. Баҡса үҫтергәндә экология яғынан тикшерелгән технологиялар ҡулланалар. Тупраҡ урынына кокос субстраты тотоналар. Ашламала ла химияны бик аҙ ҡулланырға тырышалар.
12 йыл эсендә улар дөйөм майҙаны 800 квадрат метрҙан ашыу булған өс йылытма төҙөгән. 2020 йылда VENLO тибы буйынса теплицаны быяла менән эшләгәндәр.
Йәшелсәләрҙе башлыса Стәрлетамаҡ ҡалаһына илтәләр. Әле эшҡыуарҙар ҡоролмаларын йыл әйләнәһенә шөғөлләнерлек итеп үҙгәртергә, майҙанын 1,5 мең квадрат метрғаса киңәйтергә уйлай. Был теләктәрен тормошҡа ашырыу өсөн БР Ауыл хужалығы министрлығының “Агростартап” программаһы буйынса конкурсында ҡатнашырға, эш урындары булдырырға ниәтләйҙәр.
Проект Ауырғазы район хакимиәтендә лә яҡлау тапты. Район хакимиәте башлығы Зөфәр Иҙрисов эшҡыуарҙарға үҙ районының ҡулланыу баҙарына иғтибар итергә – урындағы сауҙа ойошмалары, эшҡыуарҙар менән килешеп һатырға, артабан үҙ сауҙа нөктәһен булдырырға кәңәш итте. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә аҙна һайын үткәрелгән эшҡыуарлыҡ сәғәтендә район хакимиәте башлығы ер мәсьәләһен хәл итешеүҙә, конкурсҡа материал әҙерләүҙә ярҙам итергә ҡушты.
Фото – Ауырғазы район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: