+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Апрель 2021, 15:04

Бала саҡтың бер көнө

Һуңғы ҡыңғырау алдынан Борай ауылының 3-сө дөйөм белем биреү мәктәбендә Бала саҡ көнө үткәрелде. Был көндө 11-се синыф уҡыусылары бала сағына – алты йәшлек мәленә ҡайтты.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Һуңғы ҡыңғырау алдынан Борай ауылының 3-сө дөйөм белем биреү мәктәбендә Бала саҡ көнө үткәрелде. Был көндө 11-се синыф уҡыусылары бала сағына – алты йәшлек мәленә ҡайтты.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Тормоштарының яҡты, ғәмһеҙ осоро менән хушлашҡанда, өлкән класс уҡыусылары бер нисә сәғәткә үҙҙәрен тағы ла бәләкәс итеп тойорға мөмкинлек алды. Мәктәпкә йомшаҡ уйынсыҡтар, машиналар тотоп, кескәйҙәр өсөн күлдәк-ыштанда килделәр. Әлбиттә, был көндө дәрес ҡайғыһы булманы. Тәнәфестәрҙә уҡыусылар “Чунга-чанга”, “Антошка” кеүек бәләкәстәр йырҙарын йырланы, йомаҡтарға яуап эҙләне, бейене.
Көн сағыу, хис-тойғоға бай, күңелле үтте.
“Мәктәбебеҙҙә был байрам күптән йәшәп килә. Ул – уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа берҙәй яратҡан сара”, – ти башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Рәфил ҡыҙы.
Сара “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә үткәрелде.
Фото – Борай район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: