Башҡортостанда пандемия башланғандан алып коронавирус йоҡтороусылар 35 375-кә еткән. һуңғы осорҙа көн һайын бер сама – яҡынса 97-98 ауырыу өҫтәлеп тора. Аҙаҡҡы тәүлектә сир 97 сырхауҙа асыҡланған.
Әлеге ваҡытта стационарҙарҙа 183 яҡташыбыҙ яуыз инфекцияға ҡаршы дауа ала. 29-ы ауыр хәлдә, икәүһе яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған, тип белдерә табиптар. Участка терапевы күҙәтеүе аҫтында өйҙә дауаланыусылар – 1 788.
Үткән тәүлектә 96 кеше, сирҙән ҡотолоп, стационарҙан ҡайтҡан. Һауығыусыларҙың дөйөм һаны 33 меңгә яҡын – йәғни 32 956.
Үкенескә күрә, афәт ҡорбандары арта бара. Республикала әле улар 448 иҫәпләнә. Уҙған тәүлектә йәнә дүрт ауырыу вафат булған.
Дауахананан тыш пневмония диагнозы иһә кисәле-бөгөнлө 126 ауырыуҙа раҫланған, унан сәләмәтләнеүселәр – 107.
Республикала 30 апрелгә ҡарата коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның тәүге компонентын 262 480 кеше алһа, икеһен дә яһатыусылар – 164 006.