+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Апрель 2021, 13:05

Вафат булған батыр ирекмәнгә – Пирогов ордены

Коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә индергән ҙур өлөшө, һөнәри бурысын үтәгәндәге батырлығы өсөн волонтер, Шишмә районы егете Радик Әсфәндиәров вафат булғандан һуң Пирогов ордены менән бүләкләнде.

Коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә индергән ҙур өлөшө, һөнәри бурысын үтәгәндәге батырлығы өсөн волонтер, Шишмә районы егете Радик Әсфәндиәров вафат булғандан һуң Пирогов ордены менән бүләкләнде. Был туралағы Указға ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған.
Орденды Республика Йортонда ирекмәндең ҡатыны Любовь Әсфәндиәроваға Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин тапшырҙы.
Радик Әсфәндиәров Шишмә районында “Башкирэнерго” йәмғиәтендә эшләгән. Пандемия башланғас, мохтаждарға ярҙам итеүҙе үҙ бурысы тип күргән егет тәүгеләрҙән волонтерҙар сафына баҫҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Радик, коронавирус менән ауырып, уның эҙемтәләренән 17 мартта вафат булды. Ирекмәндең бәлиғ булмаған йәштәге ике балаһы ҡалды.
Пирогов ордены Рәсәй Президенты Указы менән 2020 йылдың июнендә – COVID-19 пандемияһы шарттарында булдырылды. Уның тәүге кавалерҙары – коронавирусҡа ҡаршы көрәштә батырлыҡ күрһәткән медицина хеҙмәткәрҙәре һәм волонтерҙар.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: