+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Апрель 2021, 09:07

Тиҙ ярҙам табиптарына – дәүләт бүләктәре

Өфөлә тиҙ ярҙам табиптарына һәм шәфҡәт туташтарына дәүләт бүләктәре тапшырылды.

Өфөлә тиҙ ярҙам табиптарына һәм шәфҡәт туташтарына дәүләт бүләктәре тапшырылды.
Рәсәй Президенты Указдары менән Өфөнөң Тиҙ ярҙам дауаханаһы терапевы Фәрит Әсфәндиәров, Республика тиҙ медицина ярҙамы станцияһы һәм һәләкәттәр медицинаһы үҙәге табибы Венера Сәлимханова II дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” орденының миҙалы менән бүләкләнде.
Лука Крымский миҙалына Тиҙ ярҙам дауаханаһы реанимация бүлегенең өлкән шәфҡәт туташы Светлана Әминева һәм Республика тиҙ медицина ярҙамы станцияһы һәм һәләкәттәр медицинаһы үҙәге табип-неврологы Вера Жевновская лайыҡ булды.
Бәләбәй үҙәк район дауаханаһының табип-анестезиологы, реанимация бүлеге мөдире Фазыл Хәйбуллинға “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы” исеме бирелде.
“Тиҙ ярҙам хеҙмәтенең ни тиклем мөһимлеге айырыуса пандемия осоронда ныҡ күренде. 2020 йылда Башҡортостандың тиҙ ярҙам хеҙмәттәренә ике миллиондан ашыу шылтыратыу булған. Улар йөҙҙәрсә мең ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалған, ауырыуҙарҙы ашығыс дауаханаға килтергән. "03" телефоны беҙгә бәләкәйҙән таныш һәм ашығыс медицина ярҙамы кәрәк саҡта һәр кем уға шылтыратҡаны бар.Тиҙ ярҙам хеҙмәткәрҙәре айырым ихтирам менән файҙалана, был ҡаһармандар менән ғорурланабыҙ”, – тине Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин уларҙы тәбрикләү тантанаһында.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: