Кисә эш сәфәре менән Башҡортостанға Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт (Росприроднадзор) етәксеһе Светлана Родионова килде.
Тәүҙә ул Салауат ҡалаһындағы атмосфера һауаһын контролдә тотоу буйынса автоматлаштырылған станцияны ҡараны. Япония, Германия, Франция һәм Нидерландтың билдәле фирмалары ҡорамалдары ҡуйылған заманса ике станцияны ҡороп ултыртыуҙы «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәте финанслаған. Уларҙың дөйөм хаҡы – 55,9 миллион һум. Приборҙар автоматик режимда һауаны бысратыусы матдәләрҙең 23 төрөн билдәләй.
«Республикалағы экологик хәл беҙҙең хеҙмәт яғынан да иғтибар талап итә. Белгестәребеҙ уҙған йылда 700 миллион һумлыҡ зыян килтерелеүен асыҡланы. Башҡортостан сода компанияһы биләмәһен өҫтән ҡарап сығыу миндә бер ниндәй ҙә ыңғай тойғолар тыуҙырманы. Һауанан беҙ ғәйәт ҙур шлам өйөмдәрен күрҙек, ә рекультивациялау буйынса проект юҡ. Оҙаҡламай уларҙы һыу йыуа башлаясаҡ», — тине Светлана Родионова, журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп.
Светлана Радионова шулай уҡ Сибайға ҡағылышлы һорауҙарға ла яуап бирҙе.
2018 йылдың декабрендә карьерҙа руда яна башлау һөҙөмтәһендә килеп тыуған техноген-тәбиғи катастрофаны ауыҙлыҡлау өсөн ғәйәт ҡатмарлы технологик саралар күрергә тура килә. Шахта һыу менән тултырыла. Һөҙөмтәлә ҡаланың атмосфера һауаһын көкөрт диоксиды менән ағыулау туҡтатыла. "Беҙ Сибайҙағы хәл-ваҡиғалар үҫешен күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ", - тине Росприроднадзор етәксеһе.