«Бөтә һынауҙарҙы уңышлы үттем, миңә ярҙам иткәндәрҙең һәм ышанғандарҙың һәммәһенә рәхмәт әйткем килә. Депутаттар корпусына, бөтә предприятиелар һәм хужалыҡтар етәкселәренә, урынбаҫарҙарыма, хакимиәт хеҙмәткәрҙәренә һөҙөмтәле эш өсөн рәхмәт, артабан да халыҡтың мул тормошо өсөн барыһын да эшләрбеҙ», — тип яҙҙы ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.