0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Апрель 2021, 15:23

Көмөш миҙал алды

Сербияла бокс буйынса халыҡ-ара 58th Belgrade Winner ярышы үтте. Турнирҙа 38 илдән спортсылар ҡатнашты. Башҡортостандан Артур Собханғолов көмөш миҙалға лайыҡ булды.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Сербияла бокс буйынса халыҡ-ара 58th Belgrade Winner ярышы үтте. Турнирҙа 38 илдән спортсылар ҡатнашты.
Башҡортостандан Артур Собханғолов көмөш миҙалға лайыҡ булды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
63 килограмм ауырлыҡ категорияһында сығыш яһаған Артур Собханғолов Венгрия, Шотландия, Бөйөк Британия спортсыларын еңде, финал ярышында Ҡаҙағстандан Ертуған Зейнуллинов менән осрашты.
Боксерҙы социаль селтәрҙә БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов ҡотланы. “Артур, беҙ һинең менән ғорурланабыҙ! Һине һәм тренерың Мария Карабанованы көмөш миҙал менән ҡотлайым”, – тип яҙа ул.
Башҡортостанда “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” төбәк проектын тормошҡа ашырыу дауам итә. Уға ярашлы, 2024 йылға физик культура һәм спорт менән халыҡтың 55 проценты шөғөлләнергә тейеш.
Фото – БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: