-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Апрель 2021, 11:46

Һалҡын ресайклинг технологияһы нисек була?

Өфөнөң Парк урамында капиталь ремонт дауам итә.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Өфөнөң Парк урамында капиталь ремонт дауам итә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Әле яңы тротуарҙар эшләнә, юл ситенә таштар ҡуйыла. Юлдың автомобилдәр йөрөгән өлөшөндә һалҡын ресайклинг технологияһы ҡулланыла, тип билдәләй подрядсы ойошма вәкилдәре.
Һалҡын ресайклинг технологияһы нисек була? Юлдың асфальт һәм бетон, унан аҫта ятҡан ҡатламдары, берләштереү материалдары ҡушып, ваҡлана һәм бутала. Ошондай нигеҙ өҫтөнә ике ҡат асфальт-бетон ҡатламы һалына.
Асфальт-бетон япмаһының өҫкө ҡатламы өсөн Superpave күләмле проектлау ысулы буйынса эшләнгән махсус асфальт ҡулланыла. Уның төп үҙенсәлеге шунда: асфальт япмаһы хәрәкәт күплеге һәм төбәктең климат үҙенсәлектәрен иҫәптә тотоп һайлана.
Парк урамында ҙур күләмле эштәр планлаштырылған. Юл япмаһын алмаштырыу менән бер рәттән коммуникациялар ҡайтанан ҡорола, яҡтыртыу модернизациялана, машина ҡуйыу урындары булдырыла. Өҫтәмә юл билдәләре ҡуйыу ҙа ҡарала.
Капиталь ремонт “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә үткәрелә.
Өфө ҡала хакимиәте сайтында Юл ремонтының интерактив картаһы эшләй. Уны ошо һылтанма аша ҡарап була: https://ufacity.info/remontdor/. Ул һеҙгә ҡайҙа төҙөкләндереү эше барғанын белеп, маршрутты уңайлы итеп төҙөргә ярҙам итер, тип иҫкә төшөрә Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Фото – Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: