+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2021, 09:00

“Һуғыш йылдары йырҙары”нда һәр кем ҡатнаша ала

7 – 9 майҙа Санкт-Петербургта “Һуғыш йылдары йырҙары” Икенсе асыҡ дистанцион (онлайн) хәрби һәм патриотик музыкаль конкурсы үтә. Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 76 йыллығына арнала. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

7 – 9 майҙа Санкт-Петербургта икенсе тапҡыр “Һуғыш йылдары йырҙары” асыҡ дистанцион (онлайн) хәрби һәм патриотик музыкаль конкурсы үтә. Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 76 йыллығына арнала.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Конкурс “Беҙ Бөйөк держава өсөн” Бөтә Рәсәй музыкаль проекты, “Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” федераль проекты сиктәрендә үткәрелә.
Бәйгенең мөһим бурыстары булып патриотизмды пропагандалау, Рәсәй Ҡораллы көстәре сафында хеҙмәт итеү престижын күтәреү тора. “Һуғыш йылдары йырҙары” патриотик музыкаль конкурсында өс йәштән өлкән һәр кем ҡатнаша ала. Ғаризалар 7 майға тиклем ҡабул ителә.
Ентеклерәк мәғлүмәт – конкурстың положениеһында. Уны ошо һылтанма аша ҡарарға мөмкин: https://www.soyuz-kultura.com/sites/default/files/u2/polozhenie_o_konkurse_-_pesni_voennyh_let.pdf.
Фото – БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: