-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2021, 10:00
III Бөтә Рәсәй ГТО фестивале көтөлә
12 – 16 майҙа Өфөлә хеҙмәт коллективтары, дәүләт граждандар һәм муниципалитеттар хеҙмәткәрҙәре араһында III “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) физкультура-спорт комплексы Бөтә Рәсәй фестивале үтә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
12 – 16 майҙа Өфөлә хеҙмәт коллективтары, дәүләт граждандар һәм муниципалитеттар хеҙмәткәрҙәре араһында III “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) физкультура-спорт комплексы Бөтә Рәсәй фестивале үтә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Фестиваль “Динамо” физкультура-спорт йәмғиәтендә ярыш рәүешендә үтә һәм ГТО Бөтә Союз комплексы булдырылыуға 90 йыл тулыуға арналған сараларҙы дауам итә. “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” федераль проекты сиктәрендә уны үткәреү менән РФ Спорт министрлығы етәкселек итә.
Фестиваль өсөнсө тапҡыр үткәрелә. Сараға Рәсәй төбәктәренән 44 команда – барыһы 400 самаһы кеше килеүе көтөлә.
Сара тураһында мәғлүмәттәр алыу, аккредитация үтеү өсөн телефон: +7 908 351 15 12; электрон адрес:
[email protected]
.
Фото – БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Автор:
Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?