+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2021, 09:25

Фатирҙарҙы кем һатып ала һәм өфөләр ҡайҙа күсеп китә?

“Башинформ “ агентлығында үткән “түңәрәк өҫтәл” артында күсемһеҙ милек буйынса эксперттар һәм эре банктар белгестәре ошо һорауҙарға яуап бирҙе.

“Башинформ “ агентлығында үткән “түңәрәк өҫтәл” артында күсемһеҙ милек буйынса эксперттар һәм эре банктар белгестәре ошо һорауҙарға яуап бирҙе.
Баҡтиһәң, Өфөлә бөгөн бер һәм ике бүлмәле, шулай уҡ бизнес-классалы фатирҙарға һорау ҙур икән.
Һатып алыусы иһә Себерҙә, йәки башҡа төбәктәрҙә аҡсалы урында эшләгән һәм тыуған яғына ҡайтырға ҡарар иткән яҡташтарыбыҙ, райондарҙан Өфөгә күсеп килергә уйлаған ауыл кешеләре, тип белдерә эксперттар. Хәҙер һатып алыусыларҙы элекке кеүек 20 квадрат метр майҙанлы студиялар ҡыҙыҡһынмай, улар ҡәҙимге фатир алыуҙы хуп күрә икән.
Быға тиклем майҙаны 140-160 квадрат метр тәшкил иткән фатирҙарға һорау ҙур булһа, хәҙер 100 квадрат метрҙан артмаған фатирҙар күберәк һатыла.
Ситтән фатир алыусылар Мәскәү, Санкт-Петербург, Краснодар и Ҡаҙан ҡалаларына өҫтөнлөк бирә, ти белгестәр. «Перспектива 24» компанияһының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, күсемһеҙ милек һатып алыу тураһындағы килешеүҙәрҙең 10 – 15% башҡа төбәктәргә китергә теләүселәргә тура килә. Коронавирус пандемияһына тиклем өҫтөнлөк менән хатта Кипр һәм Төркиә кеүек сит илдәр файҙаланған.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: