+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2021, 11:22

Байрамдарҙа поликлиникалар нисек эшләйәсәк?

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы май байрамдарында медицина ойошмаларының нисек эшләйәсәге хаҡында хәбәр итә.

Байрам алдынан, байрам көндәрендә: 1 майҙа, 9 майҙа, 13 майҙа поликлиникалар һәм көндөҙгө стационарҙар түбәндәге режимда эшләйәсәк:
– 30 апрелдә – бер сәғәткә ҡыҫҡартылған эш көнө;
– 1 май – байрам көнө – 8 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем, ауырыуҙар янына саҡырыуҙар (шул иҫәптән кисектергеһеҙҙәре лә) 16 сәғәткә хәтлем ҡабул ителә;
– 2 май – йәкшәмбе – 8 сәғәттән 16 сәғәткәсә коронавирусҡа ҡаршы вакцинациялау;
– 3 май – шәмбе графигы буйынса – 8 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем, ауырыуҙар янына саҡырыуҙар (шул иҫәптән кисектергеһеҙҙәре лә) 16 сәғәткәсә ҡабул ителә;
– 4 майҙан 7 майға хәтлем – эш көнө графигы буйынса;
– 8 майҙа – шәмбе графигына ярашлы – 8 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем, ауырыуҙар янына саҡырыуҙар (шул иҫәптән кисектергеһеҙҙәре лә) 16 сәғәткәсә ҡабул ителә;
– 9 май – байрам көнө – 8 сәғәттән 16 сәғәткә ҡәҙәр коронавирусҡа ҡаршы вакцинациялау;
– 10 май – шәмбе графигы буйынса – 8 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем, ауырыуҙар янына саҡырыуҙар (шул иҫәптән кисектергеһеҙҙәре лә) 16 сәғәткә ҡәҙәр ҡабул ителә;
– 12 май – бер сәғәткә ҡыҫҡартылған эш көнө;
– 13 май – байрам көнө – 8 сәғәттән 17 сәғәткә хәтлем, ауырыуҙар янына саҡырыуҙар (шул иҫәптән кисектергеһеҙҙәре лә) 16 сәғәткәсә ҡабул ителә.
1 майҙан 10 майға тиклем дауаханаларға планға ярашлы һалыуҙар график буйынса буласаҡ.
Шулай уҡ был осорҙа республика халҡы коронавирусҡа ҡаршы прививка яһата ала. 155 вакцинациялау пункты ла, шул иҫәптән мобиль пункттар ҙа, көн һайын эшләйәсәк.
Стационарҙар тәүлек әйләнәһенә хеҙмәт күрһәтәсәк. Тиҙ ярҙам бригадалары, травмпункттар һәм медицина ойошмаларының дежур хеҙмәттәре көсәйтелгән режимда эшләйәсәк.
“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендә белгестәрҙең ҡабул итеүе маршруттар буйынса эш графигына ярашлы ойошторола.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: