+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2021, 12:38

Акцияла Рәсәй йондоҙҙары ла сығыш яһаны

Илдең билдәле эстрада йондоҙо Лариса Долина “Рәсәй Геройҙары көнө” акцияһына ҡушылып Өфөлә сығыш яһаны. Был сара Башҡортостан хөкүмәте һәм “Кобзон” мәҙәни фонды менән берлектә ойошторолған. Уның сиктәрендә Иосиф Кобзон призына патриотик йырҙар конкурсы уҙғарылды. Еңеүселәрҙән өс кеше Мәскәүгә саҡырыу алды.

Концерт алдынан фонд етәксеһе, Иосиф Кобзондың ҡатыны Нелли Кобзон, Лариса Долина, танылған совет дикторы Анна Шатилова, актер ДаниэльСпиваковский, рус халыҡ йырарын башҡарыусы Мария Девятова ҡатнашлығында матбуғат конференцияһы уҙғарылды. Фонд етәксеһе Нелли Михайловна, был эстафетаны ҡабул итеп алған республика халҡына рәхмәтен еткерҙе.
Башҡортостан концерт залында ойошторолған сара Иосиф Кобзонға арналған фотокүргәҙмәнән башланып китте. Унан һуң сәхнәлә “Кобзон” призына үткәрелгән патриотик йырҙар конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Уларға дипломдар һәм Кобзондың исемле миҙалы тапшырылды. Әйткәндәй, был награда сикләнгән данала сығарылған һәм ул тәүге премиялар алыусыларға ғына бирелде. Республика конкурсында еңгән өс ҡатнашыусы 11 сентябрь, Нелли Кобзон саҡырыуы буйынса Мәскәүҙә үтәсәк патриотик йырҙар бәйгеһендә лә сығыш яһаясаҡ.
Гала- концерт сиктәрендә оҙаҡ йылдар бер урында эшләгән предприятие- ойошма хеҙмәткәрҙәре лә бүләкләнде. Сөнки был сараның маҡсаты Рәсәйҙең хеҙмәт геройҙарын да тәбрикләү ине.
Унан һуң тамашасылар патриотик йырҙар конкурсы еңеүселәре һәм Рәсәй йондоҙҙары ҡатнашлығындағы ҙур концерт ҡараны.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: