+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Апрель 2021, 17:51

154 меңгә яҡын яҡташыбыҙ вакцинацияны тулыһынса үткән

Республикала 28 апрелгә ҡарата 153 783 кеше коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның ике компонентын да яһатҡан.

Республикала 28 апрелгә ҡарата 153 783 кеше коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның ике компонентын да яһатҡан, тип хәбәр итәләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. 251 434 кеше иһә уның тәүге компонентын алған.
Үткән йыл аҙағынан алып республикаға барлығы 297 452 доза “Гам-КОВИД-Вак”, “ЭпиВакКорона” вакциналары килгән.
Май байрамдарында бөтә вакцинациялау пункттары ла ял көндәрһеҙ эшләйәсәк.
Прививка яһатыу өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша, “Табипҡа” мобиль ҡушымтаһында йәки doctor.bashkortostan.ru республика сайтында, колл-үҙәктең берҙәм телефоны – 1301 һәм 122 номерҙары аша, үҙегеҙҙең поликлиника регистратураһында йәки Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгенә 8(347) 218-19-19 телефонына шылтыратып яҙылырға мөмкин.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: