Хәрби әҙерлек һәм уяулыҡ – дәүләт хәүефһеҙлеге нигеҙе.
Запастағы граждандар 2021 йылда хәрби йыйынға саҡырыла. Был хаҡта указға Президент Владимир Путин ҡул ҡуйған. Документ менән хоҡуҡи мәғлүмәттәр сайтында танышырға мөмкин. Унда: “Запаста торған Рәсәй граждандарын хәрби йыйын үтеү өсөн РФ Хәрби көстәренә һәм Федераль именлек хеҙмәтенә саҡырырға”, - тип әйтелә.
Рәсәй Хөкүмәтенә һәм төбәктәрҙең башҡарма власть органдарына граждандарҙы хәрби йыйынға саҡырыуға һәм уны үткәреүгә бәйле барлыҡ сараларҙың да үтәлешен тәьмин итергә ҡушыла.