+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель 2021, 08:50

Юлдарға бөгөн һыҙат билдәләре һала башлайҙар

Тәүлегенә бер мең автотранспорт үткәргән республика биләмәһендәге барлыҡ төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдарға термопластик билдә һалынасаҡ.

Тәүлегенә бер мең автотранспорт үткәргән республика биләмәһендәге барлыҡ төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдарға термопластик билдә һалынасаҡ.
Бындай юлдар оҙонлоғо 2000 киломерға яҡын. Ә ҡалған 6000 километрҙан ашыу юлдарға билдә буяу менән яһаласаҡ һәм был эштәр бөгөндән, йәғни 27 апрелдән, башлана. Термопластик иһә һауа температураһы +10 градустан юғары күтәрелгәс ҡулланыласаҡ. Был эштәрҙе атҡарып сығыу өсөн Юл хужалығы идаралығы 647 миллион һумлыҡ дәүләт контракты төҙөгән дә инде. Эштәрҙең 317 миллион һумы быйыл һәм 329 миллион һумы 2022 йылда башҡарыласаҡ. Графикка ярашлы, улар 15 июнгә тиклем тамамланырға тейеш.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: