+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель 2021, 17:16

Шундай әсәй буламы?

Салауат ҡалаһында 20 йәшлек ҡатын, 2 йәшлек ҡыҙын фатирында ташлап йөрөгән. Сабый бер- нисә көндәр буйы яңғыҙы “донъя көткән”. Баланың илаған тауышын күршеләре ишетеп ҡала...

Салауат ҡалаһында 20 йәшлек ҡатын, 2 йәшлек ҡыҙын фатирында ташлап йөрөгән. Сабый бер- нисә көндәр буйы яңғыҙы “донъя көткән”. Баланың илаған тауышын күршеләре ишетеп ҡала...
Иртә бала тапҡан ҡатын нисек булһа ла үҙенең шәхси тормошон үҙгәртергә тырышҡан. Әсәһе ҡалдырған фатирҙа ул ҡыҙы менән генә йәшәгән.
Мәҫәлән, яңы йыл төнөн дә сабый яңғыҙы ҡаршылаған тигән фараздар бар Бындай хәл йыш ҡына ҡабатланған, күрәһең. Әммә оҙаҡ ҡына берәүҙә ярҙам саҡырырға ашыҡмаған. Был юлы бала нисектер алғы бүлмәгә сыҡҡан һәм уның илаған тауышын ишетеп, күршеләре полиция хеҙмәткәрҙәренә хәбәр иткән.
Фатирға ингән хоҡуҡ хеҙмәткәрҙәре шундай картинаға тап була: өй йыйыштырылмаған, газ плитәһендә бысраҡ таба. Баланың да өҫтө йыуылмаған. Сит кешеләр ингәс сабыйҙың тәүге аҙымы, ул кружка тотоп эсергә һыу һораған.
Баланы әсәһенән тартып алғандар, ул дауаханаға урынлаштырылған. Уны оҙайлы дауалау һәм тәрбиәләү талап ителә. Һуңынан сабыйҙы балалар йортона тапшырасаҡтар. Ҡыҙсыҡтың әсәһе ата- әсәләр хоҡуғынан мәхрүм ителгән, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: