+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель 2021, 16:26

Өфөлә "Рәсәй Геройҙары көнө" акцияһына арналған саралар башлана

Шул уңайҙан баш ҡалаға билдәле сәнғәт әһелдәре һәм легендар шәхестәр килде. Бөгөн “Башҡортостан” концерт залында ил йондоҙҙары ҡатнашлығында проекттың гала- концерты уҙғарыла. Уны билдәле совет дикторы, телевидение легендаһы Анна Шатилова алып бара.

Шул уңайҙан баш ҡалаға билдәле сәнғәт әһелдәре һәм легендар шәхестәр килде. Бөгөн “Башҡортостан” концерт залында ил йондоҙҙары ҡатнашлығында проекттың гала- концерты уҙғарыла. Уны билдәле совет дикторы, телевидение легендаһы Анна Шатилова алып бара.
Был проект сиктәрендә үткән концертта, патриотик йырҙар конкурсы еңеүселәренең йырҙары ла яңғырай. Шулай уҡ билдәле совет йырсыһы Иосиф Кобзонды артист булараҡ ҡына түгел, ә кешелекле, кеселекле шәхес булараҡ асҡан фотокүргәҙмә лә ойоштороласаҡ.
Танылған совет дикторы Анна Шатилова бөгөн Башҡортостан Юлдаш телеканаланың “Счастливый час” программаһында ҡатнашты һәм тура эфирҙа телевидение журналистары, алып барыусыларын ҡыҙыҡһындырған күп һорауҙарға яуап бирҙе. Унда ҡатнашҡан коллегабыҙ Гөлдәриә Йосопова үҙ тәьҫороттары менән уртаҡлашты:
- Әлбиттә тапшырыу тамамланғас фотоға төшөргә сират теҙелде. Һәр кем совет телевидениеһы легендаһы менән тарихи осрашыу тураһында үҙендә иҫтәлек ҡалдырырға теләне. Анна Николаевна экранда ниндәй булһа, тормошта ла шулай уҡ ябай, һөйкөмлө һәм алсаҡ кеше икән. Ғүмеренең 60-сы йылдар башынан телевидениела эшләгән йылдарын матур хәтирәләр итеп һаҡлай, Рәсәй телевидениеһының киләсәге өсөн борсола, айырыуса мағариф, танып-белеү темаларына тапшырыуҙар аҙ булыуына эсе боша. Хәҙерге алып барыусыларға бөтөнләй икенсе эш шарттары булыуға, эфир имиджы тыуҙырыу өсөн күп мөмкинлектәр булғанға шатлана. Уның менән фотоға төшкәндә һеҙҙең йөҙөгөҙ миңә шул тиклем таныш тип тә аптыратты. Сөнки мин һеҙҙе бик яратам, һеҙ алып барған тапшырыуҙарҙы яратып ҡарайым тип яуапланым.
28 апрель “Рәсәй геройҙары көнө” акцияһында ҡатнашыусылар Өфөнөң төрлө мәҙәни учреждениеларында оҫтахана дәрестәре үткәрәсәк. Башҡорт дәүләт филармонияһында, РСФСР-ҙың халыҡ артисткаһы Лариса Долинаның, Рус академия драма театры бинаһында Даниэль Спиваковскийҙарҙың һәм башҡаларҙың мастер- кластары үтә.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: