-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель 2021, 19:30

Ауыр хәлдәгеләр ҡапыл артҡан

27 апрелгә ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 35 меңдән артып киткән.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 27 апрелгә ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 35 меңдән артып китеүе хаҡында хәбәр итә, аныҡлабыраҡ әйтһәк, – 35 081. Аҙаҡҡы тәүлектә ауырыуҙар 98-гә күбәйгән.
Әлеге мәлдә стационарҙарҙа коронавирустан дауаланыусылар – 173. Ауыр хәлдәгеләр өс тапҡырға тиерлек артҡан: кисә ун бер инеләр, бөгөн – 30. Шуларҙың бишәүһе – яһалма һулыш аппаратында.
Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 1 818.
Үткән 24 сәғәттә 181 кеше, сәләмәтләнеп, дауахананан сыҡҡан. Коронавирустан һауығыусылар йәмғеһе – 32 651.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҙған тәүлектә афәт йәнә бер ғүмерҙе өҙгән. Ковидтан вафат булыусылар 439-ға етте.
Министрлыҡ шулай уҡ дауахананан тыш пневмонияға ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе лә еткерә: кисәле-бөгөнлө үпкә ялҡынһыныуы 127 яҡташыбыҙҙы аяҡтан йыҡҡан, был сирҙән ҡотолоп, стационарҙан ҡайтыусылар – 125.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: