+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Апрель 2021, 09:59

Артистар ковидтан прививка яһата

Гастролдәргә сығыр алдынан артистар үҙҙәрен коронавирустан ҡурсалай.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры хоры артистары театр бинаһында урынлашҡан вакцинациялау пунктында коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләткән.
“Коллективыбыҙ ҙур һәм беҙгә инфекциянан һаҡланыу бик мөһим, – тип һөйләй баш хормейстер Александр Алексеев. – Хор июндә гастролдәргә сығырға йыйына, артистарҙың һаулығы хаҡында өҫтәмә хәстәрлек күреү зарур”.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһында ковидтан вакцинациялау пункты 15 мартта асылғайны. Прививка бушлай үткәрелә. Алдан яҙылыу кәрәкмәй. Вакцина яһатырға теләүселәрҙең үҙҙәре менән Рәсәй гражданины паспорты һәм мотлаҡ медицина страховкалауы полисы булырға тейеш. Препараттың тәүге компонентын алған саҡта икенсеһен ниндәй көндә ҡаҙатырға икәнен әйтәләр.
Театр бинаһындағы вакцинациялау пункты (Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 5) эш көндәрендә иртәнге сәғәт ундан киске һигеҙенсе яртыға тиклем эшләй. Белешмәләр өсөн телефон: 8(347)273-83-54.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: